“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды махсус хәрби операцияла төрлө йәрәхәттәр алған яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеү, уларҙы реабилитациялау йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып бара. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан МХО ветераны Вячеслав Андреевҡа 2025 йылдың декабрендә Өфөлә пластик операция яһағандар, ә ошо көндәрҙә уға икенсе тапҡыр бит-йөҙҙө тергеҙеү буйынса әмәлиәт уңышлы үткән. Операция Өфө клиникаларының береһендә яһалған. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы уның менән 2025 йылдың көҙөндә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Был клиника Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, реабилитациялау буйынса хеҙмәттәшлек итеүсе 73 медицина учреждениеһы исемлегенә ингән. Яугир Вячеслав Андреев тәүҙә артиллерияла, артабан йәйәүле ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. 2024 йылдың майында, хәрби заданиены үтәү барышында, ул ауыр яралана – эргәһендә дрон шартлай. Табиптар егеттең ғүмерен ҡотҡара, әммә уның битендә