Ҡариҙел егеттәре Заһит Әсләмов Һәм Дмитрий Казаков "Беренсе тирмә" төбәк проектында ҡатнашты Луганск Халыҡ Республикаһында барған гуманитар миссияның ауыр тормошонда яҡташтарыбыҙ, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары Заһит Әсләмов Һәм Дмитрий Казаков ҡаҡшамаҫ ихтыяр һәм ысын мәрхәмәт күрһәтте. Буласаҡ фельдшерҙар «Беренсе тирмә» уникаль проектының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Улар үҙҙәренең ваҡытын, уҡыуҙарын ситкә ҡуйып, яралы яугирҙарға ярҙам итер өсөн бағышлай. Бөгөнгө көндә «Беренсе тирмә» проектында 220-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ирекмәндәр ауыр яраланған пациенттарға ярҙам күрһәтеп, мөһим эш башҡаралар. Уларҙың хәстәрлеге ашатыу, яраларҙы бәйләү, медицина процедураларына оҙатыу, шулай уҡ психологик ярҙамды үҙ эсенә ала. Һәр хәрәкәт, һәр һүҙ, был фиҙаҡәр кешеләрҙең һәр ғәмәле яралы һалдаттарға өмөт бирә, уларға йәшәү һәм һауығыу өсөн көрәштә ярҙам итә. Ошо проекта ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың береһе, унлар башҡорто егете Заһит Әсләмов менән яҡыныраҡ Луганскҡа барып ҡайтыу