Ураҙа ғәйетенә бәйле ҡайһы бер шарттарҙы һәм хупланған ғәмәлдәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек. Байрам намаҙын уҡыу урынына (мәҫәлән, мәсеткә) иртәрәк ҡуҙғалырға тырышығыҙ. Өйҙән сығыр алдынан ғөсөл ҡойоноп, матур кейенеп, хушбуй менән һөртөнөү – сөннәт. Пәйғәмбәребеҙҙең йомалар һәм ике ғәйет өсөн айырым кейеме булған. Ураҙаның тамамланыуына ишара итеп, мәсеткә юлланырҙан алда финик ашау хуплана. Әгәр өйөгөҙҙә финик булмаһа, ниндәйҙер башҡа емеш тә мөмкин. Өйҙән сыҡҡандан алып имам хөтбә һөйләй башлағансы Аллаһ Тәғәләгә тәкбир әйтеү йолаһы ла бар. Ул ошолай яңғырай: “Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә иллә Аллаһ! Үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд!” Шулай уҡ мосолмандар был көндө бер-береһен ҡотларға тейеш. Мәсеткә бер юл менән барып, икенсеһе буйлап ҡайтыу ҙа – сөннәт. Беренсенән, был байрамды киң ҡоласлы итеп күрһәтә, тәкбирҙәрҙе һәм зикерҙәрҙе төрлө урында ишеттерә. Икенсенән, хәҙис буйынса фекерләһәк, Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең Аллаһ ҡушҡанса йәшәүебеҙгә, ураҙа тотоп, ғәйеттәргә йөр