Бүздәк районының Ташлыкүүл ауылында йәшәй Насыровтарҙың ҙур ғаиләһе. Егәрле лә, тырыш та улар. Ауылда ҙур йорт һалып, мал-тыуар тотоп, күмәк балалар үҫтереп, өлгөлө ғүмер итәләр. Беҙ барып кергәндә Лилиә Насырова эштән төшкө ялға ҡайтып ҡына тора ине. Тормош иптәше һәм өлкән улы икеһе лә махсус хәрби операцияла, Лилиә ханым дүрт балаһы менән күмәкләп донъя көтә. 19 йәшлек ҡыҙҙары Ильвина эшләп йөрөй, улдары Нияз 9-сы класта, Самир – 5 класта уҡый, алты йәшлек Вилдан балалар баҡсаһында. Йәш ғаилә тәүҙә Уртакүлдә ғүмер итә. Балалары тыуғас, ошо ауылда йорт һалып төпләнәләр. Күп балалалы аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ йорт төҙөү өсөн дәүләттән субсидия ла алалар. Махсус хәрби операция башланғас, ғаилә башлығы ситтә ҡала алмай. Үҙенең унда барырға теләге булыуы тураһында белдерә. –Тәүҙә ышанып бөтмәнек. Был иремдәге патриотизм тойғоһоноң көслө булыуы менән ныҡлы бәйле. Һалдат бурысын да ул йәш сағында Кавказда үтәй, – тип һүҙ башланы Лилиә Ринат ҡыҙы. 2022 йылдың 7 авгусында ире контра