Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам ойошторолмаған бер генә ҡала ла, ауыл да юҡтыр. Бүздәк районына эш сәфәре мәлендә осраҡлы ғына рәүештә маскировка селтәре үреүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы тап иттек. “Башҡортостандың диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бүздәк филиландағы ирекмәндәр штабында эш йәнле бара ине. Ярымавтомат станоктары ла бар Штаб 2022 йылдан бирле эшләй. Етәксеһе “Башҡортостандың диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бүздәк филиалы рәйесе Рәмил Лоҡманов. – Башҡортостанда генерал-майор М. Шайморатов батальонын төҙөү тураһында иғлан ителгәс, диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән беҙҙең Бүздәк егеттәре лә унда барырға теләк белдерҙе. Уларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо әлеге эшебеҙ. Өфөгә барып, маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәндек. Тәүҙә схема буйынса үрҙек. Аҙаҡ Мәскәүҙә ярымавтомат станоктар күреп, үҙебеҙҙә лә уны булдырҙыҡ. Республикала бындай станоктар өсәү: Өфөлә, Шишмәлә һәм Бүздәктә. Бындай ҡорамалдарҙа 30-40 минутта 3Х6 метр ҙурлыҡтағы бер селтәр әҙер