Найти в Дзене

Шишмә ҡасабаһындағы мәктәптә агротехник класс йыһазландырыла

Шишмә ҡасабаһының 4-се мәктәбендә «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») булышлығында агротехнология класы асыла, тип хәбәр иттеләр Шишмә районы хакимиәтендә. Белем биреү майҙансығында балалар заманса агротехнологиялар менән танышасаҡ. Был башланғыс киләсәктә һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк. Билдәләнеүенсә, 4-се мәктәп Шишмә районында ошондай кластар асыу өсөн һынау майҙансығына әүерелде. «Әлеге башланғыс уҡыусыларға кәрәкле белем һәм күнекмәләр бирәсәк. Ауыл хужалығында Шишмә районының алдынғы позицияларын иҫәпкә алып, сығарылыш уҡыусыларына тыуған ерендә эшкә урынлашыу мөмкинлеге булдырыла», - тип билдәләне Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров. «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкин
Оглавление
    Шишмә ҡасабаһындағы мәктәптә агротехник класс йыһазландырыла
Шишмә ҡасабаһындағы мәктәптә агротехник класс йыһазландырыла

Шишмә ҡасабаһындағы мәктәптә агротехник класс йыһазландырыла

Белем биреү майҙансығында балалар заманса агротехнологиялар менән танышасаҡ. Был башланғыс киләсәктә һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк.

Шишмә ҡасабаһының 4-се мәктәбендә «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») булышлығында агротехнология класы асыла, тип хәбәр иттеләр Шишмә районы хакимиәтендә.

Белем биреү майҙансығында балалар заманса агротехнологиялар менән танышасаҡ. Был башланғыс киләсәктә һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк. Билдәләнеүенсә, 4-се мәктәп Шишмә районында ошондай кластар асыу өсөн һынау майҙансығына әүерелде.

«Әлеге башланғыс уҡыусыларға кәрәкле белем һәм күнекмәләр бирәсәк. Ауыл хужалығында Шишмә районының алдынғы позицияларын иҫәпкә алып, сығарылыш уҡыусыларына тыуған ерендә эшкә урынлашыу мөмкинлеге булдырыла», - тип билдәләне Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров.

«Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фотоһүрәт яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән: labs.google

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!