Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Айҙар Ғәлимов шәхси тормошон асыҡтан-асыҡ һөйләп барыусыларҙан түгел. Бының сере лә бар икән. Ул күҙ тейеүгә, көслө энергетика тәьҫиренә ышана. "Әлбиттә, көслө энергетикалы кешеләр бар. Уларҙың күҙ ҡарашы кемгәлер ыңғай тәьҫир итергә, ә кемгәлер насар йоғонто яһауы бар. Күҙ тейеүҙе бала саҡтан беләм. Бәләкәй булһам да, әсәйемдең, юрғанға төрөп, Хәбибә инәйгә өшкөртөргә алып барғаны иҫемдә ҡалған. Кемдер, абау, бының аяҡтары, тип һоҡланып ҡараған булған икән. Әйткәндәй, һоҡланып ҡараһам, үҙемдең дә күҙем тейеүе мөмкин. Һөнәремә бәйле лә быны беләм. Һиңә залдан мең пар күҙ ҡарап тора, унда ниндәйҙәре генә юҡ. Һуңынан был үҙен һиҙҙерә. Икенсе көнгә лә әҙәм рәтенә инә алмауың бар. Халыҡ алдына сығыр алдынан үҙеңә төрлө энергиянан һаҡлаусы ҡалҡан ҡуйырға өйрәнергә тура килә. Әлбиттә, бындай саҡта доға уҡыу ҙа ярҙам итә. Үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтәм: концерттан бигерәк, унан һуң булған осрашыуҙар, интервью, автограф өләшеү, фот