Ҡотҡарыусылар февраль аҙағында Пермь крайына сәйәхәткә барып һәләк булған Башҡортостан туристарына бәйле хәлде анализлап, ир-егеттәрҙе һәләкәткә илткән сәбәптәрҙе атаған. Хәбәр итеүебеҙсә, был фажиғәле сәйәхәттә биш ир-егеттең дүртәүһе һәләк булды. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, иң беренсе хата аҙым – буран башланғас, туристар туҡталҡа өсөн бик уңайһыҙ, насар, ел уйнап торған урынды һайлаған. “Саҡ ҡына ситкәрәк, урман һыҙатына етеп туҡтаһалар, ул тиклем үк ел булмаҫ ине. Көслө ел, буран арҡаһында ут тоҡандырыу мөмкин булмаған”, - ти ҡотҡарыусылар. Ел-бурандан тыш, һауа температураһының ҡапыл төшөүе лә (– 30 градус) уларҙы һәләкәткә илткән төп факторҙарҙың береһе булған. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, туристар спиртлы эсемлек ҡулланмаған. Төрлө баҫмаларҙағы ошоға ҡағылышлы имеш-мимештәргә, йәғни улар эскән булған, тигән хәбәрҙәргә нигеҙ юҡ. Иҫән ҡалған Сергей әйтеүенсә, тәүге ике көндә барыһы ла иҫән булған. Өсөнсө көндә егеттәрҙең береһе, термостағы сәйҙе эсә һәм ҡапыл йығыла. “Организмға терм
Белгестәр Пермдә һәләк булған туристарҙы һәләкәткә илткән сәбәптәрҙе атаған
17 марта17 мар
1 мин