18 мартта Өфөлә “Торатау” конгресс-холында X Бөтә Рәсәй “Ҡатын – ҡыҙ-милләт әсәһе” конкурсы финалистарын бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Конкурс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, йәмәғәт һәм ирекмәндәр хәрәкәттәре әүҙемселәренең әсәләрен һәм ҡатындарын хөрмәтләүгә, шулай уҡ дөйөм гражданлыҡ үҙаңын формалаштырыу һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыу буйынса эшмәкәрлеккә йәмәғәтселектең йәлеп ителеүен арттырыуға йүнәлтелгән. Сараны ойоштороусылар – “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы. Ҡатнашыусыларҙы 09.30 сәғәттән теркәү башлана. 10.00 сәғәттә – юридик, медицина, социаль десант эше һәм күргәҙмәләр эшләйәсәк. Сараның тантаналы өлөшө 12.00 сәғәттә башлана. Айрат Нурмөхәмәтов, Рәмилә Мусина фотолары (архивтан).