Ойоштороу мәсьәләләрен тикшереүҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, ЛДПР фракцияһы ағзаһы Иван Сухарев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙағы ЛДПР фракцияһы етәксеһе Юрий Рудаков, парламенттың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Шамил Вәлиев, республика башҡарма власть органдары, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Ойоштороу комитеты ағзалары тантаналы йыйылыш, ғилми-ағартыу акциялары, мәҙәни программалар һәм спорт турнирҙарын үткәреүҙе үҙ эсенә алған саралар планын үтәү барышын тикшерҙе. Ултырыш сиктәрендә планлаштырылған сараларҙы сифатлы үткәреү өсөн ойоштороу эшен яҡшыртыу буйынса бурыстар ҡуйылды. Сығанаҡ: https://gsrb.ru/ru/press-center/news/210160/
Владимир Жириновскийҙың юбилейына арнап саралар ойоштороласаҡ
17 марта17 мар
~1 мин