▶️ "Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға. Яҙғы ташҡын мәлендә республиканың 27 районындағы 70 урында боҙ тығылыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта, 3 мең берәмек техника, йөҙөү өсөн 187 ҡоролма һәм 12 мең ҡотҡарыусы әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Махсус хеҙмәттәргә Ка-32 вертолеты ла ярҙамға киләсәк. Яҙғы ташҡындың нисек буласағы тураһында тәүге һәм теүәл фараздар 25-се март иғлан ителә. Башҡортостан ҙур һыуға әҙерме, республикала Ырымбур өлкәһе, башҡа субьекттарҙағы кеүек фажиғәләргә юл ҡуйылмаясаҡмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға студиябыҙ ҡунағы — Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Линар Вәхитов яуап бирә. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач, производимые холдингом