Дондағы Ростовта “Берҙәм Рәсәй”ҙең икенсе отчет-программа форумы үтте. Көньяҡ федераль округтың форумы темаһы - торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите. Форумда партияның Генераль Советы секретары Владимир Якушев, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин, Көньяҡ федераль округ, Донбасс һәм Яңы Рәсәй төбәктәре башлыҡтары, МХО ветерандары, “Берҙәм Рәсәй” әүҙемселәре, төҙөлөш баҙары эксперттары, инженерҙар һәм архитекторҙар ҡатнашты. Марат Хөснуллин Халыҡ программаһы буйынса отчет бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, тышҡы ҡыҫымға ҡарамаҫтан, ил төҙөлөштә рекордлы күрһәткестәр бирә, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә эшләү урындарҙа һөҙөмтәлелекте көсәйтә генә. Ул шулай уҡ партияның төбәктәр халҡын төҙөкләндереү буйынса эшкә йәлеп итеүен дә иҫкә төшөрҙө: 2025 йылда объекттарҙы һайлауҙа 16,5 миллион кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың 770 меңдән ашыуы - Башҡортостанда йәшәүселәр. Владимир Якушев билдәләүенсә, “Берҙәм Рәсәй” буш вәғәҙәләргә юл ҡуя алмай. - Беҙ үтәй алырлыҡ бурыстарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Тап о
Башҡортостан халҡы Халыҡ программаһына үҙ тәҡдимдәрен индерә ала
16 марта16 мар
1 мин