Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ауыр ҡар аҫтында ҡыйыҡтарҙың зыян күреүе тураһында хәбәр итте. – Температураның миҙгелле үҙгәреүе менән бәйле республикала ҡыйыҡтан ҡар төшөү менән бәйле осраҡтар һаны ҡырҡа артты, шулай уҡ йорттарҙың ҡыйығы емерелеп төшөүе теркәлде, — тип билдәләне министр. Уның һүҙҙәренсә, 14 һәм 15 мартта Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы Фрунзе урамындағы һәм Өфөләге Гоголь урамындағы күп фатирлы йорттарҙа ҡар аҫтында ҡыйыҡ өлөшләтә емерелеп төшкән. 15 мартта Нефтекамала Юбилей проспектында Ҡала мәҙәниәт үҙәге бинаһында ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә инеү төркөмө өлөшләтә емерелеп төшә. — Хакимиәт башлыҡтарынан йорттарҙың һәм социаль объекттарҙың ҡыйығынан ҡарҙы һәм боҙҙо ваҡытында таҙартыу кәрәклегенә айырым иғтибар биреүҙәрен, шулай уҡ боҙ һәм ҡарҙың эленеп тороуы тураһындағы мәғлүмәткә тиҙ арала яуап биреүҙәрен һорайбыҙ, – тип мөрәжәғәт итте министр муниципалитет етәкселәренә. Башҡортостан Башлығы Р