Башҡортостанда махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙе һауыҡтырыу һәм реабилитациялау өсөн күп эштәр башҡарыла. 21 медицина учреждениеһы 2028 йылға тиклем федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә дөйөм суммаһы 600 миллион һумлыҡ заманса реабилитация ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Был “Һаулыҡты тергеҙеү өсөн оптималь медицина реабилитацияһы” федераль проекты сиктәрендә мөмкин буласаҡ. Ошо хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Министр республикала хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе тулы ҡиммәтле тормошҡа ҡайтарыуға йүнәлтелгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы комплекслы реабилитациялау буйынса системалы эш төҙөлөүе хаҡында һөйләне. Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, медицина реабилитацияһы республиканың бөтә медицина округтарында стационар, шулай уҡ амбулатор-поликлиника шарттарында үткәрелә. Системаның мөһим звеноһы булып республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең консультация-координация үҙәге тора. Бында белгестәр ойоштороу-методик ярҙам күрһәтә һәм М