Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы аша машинала үтте һәм юл буйында яҡтыртыуҙың булмауына асыуланды. Шул саҡта әгәр мәсьәлә оператив хәл ителмәһә, РФ транспорт министрына йәки прокуратураға мөрәжәғәт итәсәген белдерҙе. Һәм бына бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә был мәсьәлә тағы бер тапҡыр күтәрелде һәм Өфө – Ырымбур трассаһында даими эшләгән яҡтыртыуҙың ҡасан барлыҡҡа киләсәге әйтелде. “Приуралье” юл идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Горб хәбәр итеүенсә, яҡтылыҡ 15 апрелгә барлыҡҡа киләсәк. Әлегә ул ваҡытлыса схема буйынса эшләп торасаҡ. – Бөтә тышҡы яҡтыртыу 15 апрелгә эшләй башлаясаҡ. Әммә был ваҡытлыса ғына ҡарар. Кабель һәм башҡа кәрәк-яраҡ килтерелгәндән һуң белгестәр даими яҡтыртҡыстар монтажлай. Эш ваҡыты – 2авгусҡа тиклем, – тине Дмитрий Горб. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.