Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу дауам итә. Уҡытыу мини-дрондарҙа осоуҙан башлана – улар ҡағылыуҙан һәм йығылыуҙан һаҡланған, хаҡтары һатып алырлыҡ һәм сикләнгән арауыҡта осоу мөмкинлеген бирә. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыуҙар үҙәгендә “Пилотһыҙ осоу аппараты операторы” белгеслеге буйынса уҡыуҙар дауам итә. “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының “Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проектына (федеральный проект “Кадры для беспилотных авиационных систем” национального проекта “Беспилотные авиационные системы”) ярашлы, студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә һәм дрондарҙы хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Был хаҡта республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр. Программа комплекслы уҡыуҙы тәьмин итә: студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итергә өйрәнеп кенә ҡалмай, уларҙы шулай уҡ ялан шарттарында хеҙмәтләндерергә өйрәнә. – Программа баштан алып тулыһынса,