Ниһайәт, күптәнге теләгебеҙ тормошҡа ашты. Килен алдыҡ. Улым бер матур ҙа, уңған да ҡыҙ менән танышып, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөнөләр. Бергә эшләйҙәр ине. Беҙгә лә ҡунаҡҡа бергә ҡайттылар, улар яғына ла. Ваҡыт та еткәйне инде. Улыбыҙға тип алып ҡуйған фатир бар. Ул күптән инде беҙҙән айырым шунда йәшәй. Ремонт яһап, шөкөр, килен төшөрөрлөк тә булды. Барыһы ла яҡшы ғына барҙы һымаҡ. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән танышып, һөйләшеп-килешкәс, туй көнөн билдәләнек. Уларҙың да үҙебеҙгә тиң кешеләр булыуына һөйөндөк. Туй ҙа матур үтте, ике яҡтан да бына тигән туғандар йыйылғайны. Әммә ул тамамланғас, кәйефте боҙған хәл булды. Туй мәжлесенән һуң балалар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән туйға төшкән аҡсаны, бүләктәрҙе барларға ултырҙыҡ. Хәҙер күбеһе конвертҡа аҡса һалып бирә. Заманы шундай. Туйҙар ҙа кафе-ресторанда үтә - сығымы шаҡтай ҙур. Шул хаҡты бер аҙ ҡаплаһа ла яҡшы. Ләкин бер конвертты асҡас, артҡа йығылып китә яҙҙым. Эсенән... 500 һум аҡса сыҡты! Кемеһе мыҫҡыл итеп шунса һалғандыр, һис кенә лә башыма һыйҙ