Зәлифәгә 43 йәш. 19 йәшендә кейәүгә сығып бер ҡыҙ тапҡан. Ҡыҙы Мәскәүҙә уҡып та, эшләп тә йөрөй, йәғни үҙаллы тиергә мөмкин инде. Зәлифәнең яҡшы ғына эше, ике бүлмәле фатиры бар. Тормошта һәр нимәгә үҙ ҡарашы булған, шул уҡ ваҡытта юмор хисенә лә бай, матур холоҡло ҡатын ул. Күптән берәйһе менән танышып, парлы ғүмер итергә теләге барлығын белгәнгә күрә, был юлы осрашҡанда: “Шунан мөхәббәт фронтында хәлдәр нисек?” – тип шаяртып һораным. - Бер нисек тә түгел. Бер әхирәтемде тыңлап, танышыуҙар сайтында теркәлеп, анкета тултырғайным. Аптырап йөрөгән сағым әле ул... Был донъяла һәйбәт ир-егеттәр ҡалдымы икән ул, тигән фекергә килдем. Теге сайтҡа иғлан ҡуйыу менән тәҡдимдәр ағылды ғына. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, хатта сит илдәрҙән... Уларҙың кандидат итеп ҡарап та торманым, сөнки үҙ мөхитемдә йәшәгән, ышаныслы, терәк булырҙай кеше менән танышыу ине маҡсатым. Тәүҙә миңә күрһәтелгән иғтибарҙан дәртләнеп, ҡыуанып киттем. Һөйләшеп, аралаша торғас, өс кеше менән осрашыуға барҙым. Һөйләгәс, һөй