Йылайыр районының Үркәс ауыл хакимиәте башлығы булып махсус хәрби операция ветераны Фәдис Сәғитов эшләй. Ул “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проектында ҡатнашҡан. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов уның эшен ыңғай баһалай. – Әлеге ваҡытта Фәдис Сәғитов муниципалитеттың иң алыҫ ауыл биләмәһен – Үркәс ауыл советын етәкләй. Үҙ вазифаһында ул урындағы халыҡ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә һәм биләмәнең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү өсөн бөтә көсөн һала, – тине Борис Николаевич. Район башлығы һүҙҙәренсә, “Башҡортостан геройҙары” кеүек проекттар хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуҙа мөһим роль уйнай һәм уларға үҙҙәрен граждан хеҙмәтендә тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Фото: vk.com/geroi_bashkortostana.