2024 йылдың сентябрендә Ишембай ҡалаһында урынлашҡан Волга буйы федераль округының А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында “Пилотһыҙ авиация системалары” тигән класс асыла. Был класс “Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә пилотһыҙ авиация осоу аппараттары өлкәһендә өҫтәмә белем биреүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Был класта белем алыусы кадеттар пилотһыҙ авиация системаларының төрҙәре менән таныша, квадрокоптерҙар йыйырға өйрәнә, уларҙың яңы конструкцияларын әҙерләй, пилотһыҙ осоу аппараттарын программалай, уларға идара итеүҙә оҫталыҡтарын арттыра. Кадеттар менән ике квалификациялы педагог эшләй. Улар “Пилотһыҙ авиация системалары” федераль проектына ярашлы, “Пилотһыҙ авиация системаларын әҙерләү, етештереү һәм файҙаланыу өлкәһендә практик әҙерлек” буйынса курстар үткән. Рөстәм Хәйбуллин 7-8 класта уҡыған кесе төркөм менән шөғөлләнә, Илдус Булатов 9-10 кластарҙа белем алыусы өлкән төркөм менән дәрестәр алып бара. Барлығы 48 кадет