Аудиометр Учалы дауаханаһына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) милли проекты буйынса килгән. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Яңы ҡорамал ишетеү үткерлеген үлсәү һәм һаңғыраулыҡты диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ тикшереүҙәр ишетеү аппаратын һайлағанда уҙғарыла. Поликлиникала ҡуйылған аудиометр моделе юғары аныҡлыҡ менән генә түгел, ҙурлығы, ауыр булмаы менән дә айырыла. Шунлыҡтан был аппаратҡа ихтыяж ҙур. “Был ҡорамал 17 йәшкәсә бәлиғ булмағандарҙың һаулығын контролдә тотоуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән төрлө программаларҙа һәм сараларҙа файҙаланыла. Ул сирҙәрҙе һәм хәүеф шарттарын иртә асыҡлауҙа ярҙам итә, ә даими тикшереүҙәр, шул иҫәптән ишетеүҙе тикшереү иҫкәртеү эшенең мөһим өлөшө булып тора”, - тине Учалы үҙәк район дауаханаһының табип-оториноларингологы Алина Сәғитова. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты - граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көт