Башҡортостанда “Йыл оҫтаһы-2026” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Конкурс “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект "Молодежь и дети") “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы үтә. Ул педагогик профессиялар абруйын күтәреүгә, колледждарҙың кадрҙар ҡеүәтен үҫтереүгә, производство оҫталары һәм урта һөнәри белем уҡытыусыларының алдынғы тәжрибәһен таратыуға йүнәлтелгән. 20 февралдән 10 мартҡа тиклем дауам иткән ғаризалар ҡабул итеү кампанияһы барышында ойоштороу комитеты урта һөнәри белем биреү системаһы педагогия хеҙмәткәрҙәренән 148 ғариза алған. Конкурстың төбәк операторы – Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге – килгән материалдарҙы һайлап алыуға тотондо. Эксперттар алдағы этаптарҙа көрәшәсәк ҡатнашыусыларҙың документтарын һәм портфолиеһын баһалаясаҡ. Һайлап алыу һөҙөмтәһе 2026 йылдың 16 мартынан һуң билдәле буласаҡ. Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуынға үҙенең эске мөм