Тормош булғас, был донъяла төрлө хәлдәр була. Ҡайһыларына яуап та табып булмай. Бер танышым әсәһенең үҙен ситләтеүен әсенеп һөйләне. – Ғаиләлә беҙ ике ҡыҙ үҫтек. Сәлимә апайым йәштән үк баш ҡалаға сығып китте һәм ҡала егетенә кейәүгә сығып төпләнеп ҡалды. Миңә ауыл тормошо нығыраҡ яҡын ине. Шуға педагогия институтын тамамлағас, мәктәп йылдарынан дуҫлашып йөрөгән егетемә тормошҡа сыҡтым да тыуған ауылымда тороп ҡалдым. Апайым менән еҙнәмдең ике балаһы бар, бик хәлле йәшәйҙәр. Еҙнәм бай ойошмала етәксе булып эшләй. Фатирҙары ла, машиналары ла бик затлы. Беҙ ҙә алама йәшәмәйбеҙ. Ирем хужалыҡта механизатор булып ҡына хеҙмәт итһә лә, эш хаҡы яҡшы. Минеке лә зарланырлыҡ түгел. Ауылда йорт һалдыҡ, ике балабыҙ бар. Ҡулдан килгәнсә мал тотабыҙ, баҡса үҫтерәбәҙ. Әсәйемә 60 йәш, әле гөрләтеп донъяһын көтә, шулай ҙа яңғыҙ йәшәгәс, ярҙам кәрәк булғанда һәр ваҡыт эргәһендәбеҙ. Бесән килтерергәме, бәрәңге сәсешергәме, ихатаһын төҙөкләндерергәме... Шуныһы күңелемде ҡыра, әсәйем апайымды нығыраҡ яҡын