Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ағзалары өсөн «Милләт-ара һәм конфессия-ара процестар менән идара итеү стратегияһы» темаһына квалификация камиллаштырыу курсы үтте. Яңы белем алыу өсөн Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының муниципаль бүлексәләре етәкселәре, милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр килде. Башҡортостандың төрлө райондары һәм ҡалалары вәкилдәре урындарҙа эшләү өсөн белемен камиллаштырҙы. Курсты асып, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны. - Беҙҙең дөйөм бурыс - 160-тан ашыу милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән республикала халыҡтың берҙәмлеген һаҡлау. Стратегия традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау тураһында һөйләй, беҙ уларҙы йәштәргә еткерергә, тел сәйәсәтенә иғтибар итергә, тарихты яңынан яҙырға маташҡан тышҡы хәүефкә ҡаршы торорға, халыҡтар араһында ыҙғыш ҡуҙғатырға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс — милли мәҙәниәт үҙәктәр