"МЕДОВЫЙ ТОЛСТОПУЗ" — юғары уңышлы, ҙур һәм ғәҙәти булмаған татлы тәмле сорт. Итле, һыуы аҙ.
"ЗОЛОТОЙ ТЁТИ ГЕРИМ" — һуң өлгөрә торған, ҙур ҡыҙғылт һары сорт. Йомшаҡ итләс, еңелсә хуш еҫле һәм татлылығы менән айырылып тора. "СУПЕРГИГАНТ РОССИИ" — иртә өлгөрә торған, ҙур сорт. Яҡшы тәрбиәләгәндә, ауырлығы 1,5–2 кг-ға етә ала. Туҡлыҡлы, татлы, аҙ ғына әскелт. "БРАВЫЙ ГЕНЕРАЛ" —иртә өлгөрә торған, бик ҙур (1 кг-ға тиклем етә). Татлы, хуш еҫле, салат, һут һәм соус өсөн бик яҡшы. "МЯСИСТЫЙ-САХАРИСТЫЙ" — ҙур, орлоҡтары аҙ һәм тығыҙ, баллы сорт. Температура үҙгәрештәрен яҡшы кисерә һәм мул уңышы менән һәр саҡ шатландыра. Ә һеҙ ниндәй сортлы помидорҙар сәсәһегеҙ? Сығанаҡ: Эльмира Исхаҡова. Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!