Өфөләге 1-се республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусылары биологик-медицина йүнәлешендәге ғилми-популяр “Авиценна” маршрутында ҡатнашты. Проект донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәге ғалимдәре тарафынан Рәсәй Федерацияһында фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғыстарын тормошҡа ашырыу планына ярашлы эшләнгән. – Кадрҙар мөстәҡиллеген үҫтереү вуз аудиторияларында түгел, ә унан да иртәрәк – мәктәп эскәмйәһендә донъя ҡоролошона ҡыҙыҡһыныуҙан башлана. Бындай фәнни-популяр маршруттар беҙгә стратегик бурысты хәл итергә булышасаҡ: белгестәр әҙерләүҙә йөйһөҙ система төҙөләсәк. 7-се класс уҡыусылары бөгөн университет лабораторияларында муляждар менән эш итһә, иртәгә Башҡортостандың йәш ғалимдары һәм табиптары рәтен тулыландырасаҡ, – тине Башҡортостан Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Маршрут программаһы йәш ҡунаҡтарға Вуз-ара студенттар кампусының заманса лабораторияларында булырға, инновацияларҙың нисек тыуыуын үҙ күҙҙәре менән күрергә