Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында күсмә саралар үткәрә. Уларҙың маҡсаты нимәлә? Сәфәр сиктәрендә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре өсөн диалог майҙансыҡтары, граждандарҙы ҡабул итеү һәм семинарҙар ойошторола. Осрашыуҙарҙа урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт палаталары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре һәм инициативалы граждандар ҡатнашты. Саралар граждандар йәмғиәте институттарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә һәм муниципалитеттарҙа йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы муниципалитеттарҙа даими күсмә осрашыуҙар үткәрә, был халыҡтың мөрәжәғәттәрен туранан-тура алырға һәм уларҙың һорауҙарына оператив яуап бирергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, 2025 йылда Әбйәлил районына сығыу йомғаҡтары буйынса Йәнгел ауылында урамдарҙы яҡтыртыу фонарҙары ҡуйылды, шулай уҡ экологик хәлде контролдә тотоу һәм уникаль тәбиғәт объекттарын һаҡлау өсөн Яҡтыкүлдән, Һабаҡтарҙан һәм Ҡарабалыҡтынан һ