Етеҙ, ҡыйыу һәм башҡа ыңғай сифаттарҙы асыҡлар өсөн ул үҙенсә һынау үткәрә. Ағас йәки ҡыуаҡ ботағын һындырып, суҡышына эләктерә лә бейеккә осоп менеп күтәрелеп әйләнә башлай. Инә ҡош янына ата бөркөттәр осоп килә. Шул саҡта ул был ботаҡты аҫҡа ташлай ҙа ата бөркөттәрҙең ҡылығын күҙәтә. Ниндәйҙер бөркөт ботаҡты һауала тотоп ала һәм уны инә ҡошҡа алып килеп бирә. Бөркөт был ботаҡты тағы ла аҫҡа ташлай, ата ҡош уны тағы ла тотоп алып килә, һәм шулай күп тапҡыр ҡабатлана. Ботаҡты ырғытҡан һайын тотоп алған ата бөркөттө һайлап, инә ҡош уның менән парлаша. Артабан улар ҡаяға менеп, ҡаты таяҡтарҙан оя ҡора, үҙ тәненән суҡышы менән мамыҡ-ҡауырһындарҙы йолҡоп ояға түшәй, уны йылыта. Ошо ояға инә бөркөт йомортҡа һала. Йомортҡаны тишеп, яланғас, хәлһеҙ булып донъяға килгән ҡошсоҡтар нығынғансы ата-инәһе уны ямғырҙан, эҫе ҡояштан үҙ тәне менән ҡаплай, аҙыҡ, һыу ташый. Бер аҙҙан ҡошсоҡтарҙың ҡауырһыны үҫә, ҡанаттары нығына. Үҫә төшкәс, ата бөркөт оянан йомшаҡ ҡауырһындарҙы һәм мамыҡты һелкетеп төшө