Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Һөйөнсө

!👏 🎭 Илдар Абдразаҡов Михайлов театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде! Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, донъяла танылған яулаған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов хәҙер Санкт-Петербургтың иң боронғо музыкаль театрҙарының береһе — Михайлов театрының художестволы етәксеһе!🏛 Быға тиклем Илдар Әмир улы Севастополь дәүләт опера һәм балет театрын уңышлы етәкләне һәм үҙен һәләтле артист ҡына түгел, тәжрибәле етәксе итеп тә танытты. Театрҙың элекке етәксеһе Владимир Кехман 19 йыллыҡ хеҙмәтенән һуң ғинуар айында үҙ вазифаһынан киткәйне. Һөнәри берләшмә был урынға Илдар Абдразаҡовтың кандидатураһын берҙәм хупланы. 🌟 Яңы етәксенең ҡулы аҫтында Михайлов театры үҙенең бай классик мираҫын һаҡлап ҡалыр, репертуарын заманса постановкалар менән байытыр һәм тамашасыларҙы сағыу премьералар менән шатландырыр тип көтөлә.

Һөйөнсө!👏

🎭 Илдар Абдразаҡов Михайлов театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде!

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, донъяла танылған яулаған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов хәҙер Санкт-Петербургтың иң боронғо музыкаль театрҙарының береһе — Михайлов театрының художестволы етәксеһе!🏛

Быға тиклем Илдар Әмир улы Севастополь дәүләт опера һәм балет театрын уңышлы етәкләне һәм үҙен һәләтле артист ҡына түгел, тәжрибәле етәксе итеп тә танытты.

Театрҙың элекке етәксеһе Владимир Кехман 19 йыллыҡ хеҙмәтенән һуң ғинуар айында үҙ вазифаһынан киткәйне. Һөнәри берләшмә был урынға Илдар Абдразаҡовтың кандидатураһын берҙәм хупланы.

🌟 Яңы етәксенең ҡулы аҫтында Михайлов театры үҙенең бай классик мираҫын һаҡлап ҡалыр, репертуарын заманса постановкалар менән байытыр һәм тамашасыларҙы сағыу премьералар менән шатландырыр тип көтөлә.