Нефтекама ҡалаһынан 30 йылдан ашыу махсус кейем баҙарында эшләгән “Камея” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттарына ярашлы килемде биш процентҡа арттырасаҡ. Был хаҡта төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. Ярҙамды файҙаланып, компания 1,57 миллион һумлыҡ уйып яһалған кеҫәләрҙе эшкәртеү өсөн тегеү автомат машинаһы һатып ала. 12 айға 1,26 миллион һум күләмендә финанслауҙы Төбәк лизинг компанияһы бирә. Яңы ҡорамалдар хеҙмәт сығымдарын 10 процентҡа кәметергә, етешһеҙлектәр һанын бөтөрөргә һәм әҙер тауар сығарыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә компания килемдең 5 процентҡа артыуын фаразлай. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина билдәләүенсә, лизинг предприятиеларға тәүге инвестицияларһыҙ ҡорамалдарҙы яңыртыу мөмкинлеген бирә. Процессты автоматлаштырыу брендтың имиджына һәм конкурентлыҡ һәләтенә ыңғай йоғонто яһай, ул бө