“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) буйынса Башҡортостандың “Асылыкүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә туҡландырыу майҙансыҡтары ойошторолдо. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Билдәле булыуынса, март айында тәбиғи мал аҙығы ресурстары бөткән, ә йәшел үҫемлектәр әлегә барлыҡҡа килмәгән була. Был осорҙа парктың дәүләт инспекторҙары йыл һайын хайуандарға ҡышҡы осорҙо уңышлы тамамларға ярҙам итеү өсөн махсус саралар үткәрә. Парк биләмәһендә тояҡлы хайуандар өсөн – 12 һәм ҡуян өсөн махсус һигеҙ аҙыҡ майҙансығы әҙерләнгән. Бындай бүленеш мал аҙығы өсөн конкуренцияны булдырмаҫҡа ярҙам итә. Тулы ҡиммәтле туҡландырыу өсөн йыл һайын алты тонна иген һәм ике тонна тоҙ һатып алына. Шулай уҡ инспекторҙар алдан бесән, ҡырағай емеш, еләк һәм мал аҙығы һеперткеләре әҙерләй. "Был көндәрҙә участка инспекторҙары аҙыҡ һалыуҙы дауам итеүҙән тыш, бөтә биотехник ҡоролмаларға ревизия үткәрә. Беҙ ҡыштан һуң мал аҙығ