Үҙеңә йәки яҡыныңа күҙ тейгән тип шикләндең икән, ябай ғына булһа ла өшкөрөү ысулдарын өйрәнергә кәрәк. Аятел-Ҡөрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән бергә бына ошо доғаны өсәр мәртәбә уҡып өшкөрәләр. Иң яҡшыһы, кеше үҙ-үҙенә уҡып өшкөрһә. Әгәр йәш балалар күҙһенә торған булһа, уҡып өшкөрә алған ир кеше, ул да булмаһа, әсәй, өләсәһе балаларҙы даими хәлдә уҡып өшкөрһөн. Өс көн һайын уҡып өшкөреү файҙалы булыр. Өшкөрөп бөткәс, әсә телендә Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып һорарға кәрәк. Ялбарғанда, үҙегеҙ ихлас күңел менән үтенеп һорап, ялбарырға өйрәнегеҙ. Яуабы ла тиҙерәк булыр, ҡуйған маҡсатҡа ирешеү ҙә еңел булыр, ин шә Аллаһ. " Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң күлли шәйьин йүҙинәә үә миң күлли нәфсин әү ғәинин. Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң күлли дә’ин йүҙинәә үә миң күлли шәҡәә’ин йүшҡиинәә. Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң ғәини мүғджәбин әү ғәйни сәхирин. Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии миң шәррин-н