Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

РАМАЗАН (мөнәжәт

) Рамазан—бер изге эшең Күп тапҡырҙар артыр ай, Изгелектәр генә эшләп Һауаптарын йыйыр ай! Алланан ярлыҡау һорап Гөнаһтарҙы юйыр ай! Телдән төшөрмәй был айҙа Ҡөръәнде уҡыр ваҡыт, Уҡыған һәр бер хәрефкә Артҡан һауаптар алып, Рамазандың-изге айҙың Ҡәҙерен белеп ҡалып! Аҙымымды баҫҡан һайын Ҡабатлап барам һаман, Аллаһтан бөйөк бер зат юҡ: Лә Иләһә Илләллаһ! Һиңә генә табынам мин: Лә Иләһә Илләллаһ! Хаталарым кисер , Раббым, Ҡабул ит изгелегем, Ғүмерем иманлы булһын- Ошо минең теләгем, Риза булсы,Раббым, тиеп Тибә минең йөрәгем! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә

РАМАЗАН (мөнәжәт)

Рамазан—бер изге эшең

Күп тапҡырҙар артыр ай,

Изгелектәр генә эшләп

Һауаптарын йыйыр ай!

Алланан ярлыҡау һорап

Гөнаһтарҙы юйыр ай!

Телдән төшөрмәй был айҙа

Ҡөръәнде уҡыр ваҡыт,

Уҡыған һәр бер хәрефкә

Артҡан һауаптар алып,

Рамазандың-изге айҙың

Ҡәҙерен белеп ҡалып!

Аҙымымды баҫҡан һайын

Ҡабатлап барам һаман,

Аллаһтан бөйөк бер зат юҡ:

Лә Иләһә Илләллаһ!

Һиңә генә табынам мин:

Лә Иләһә Илләллаһ!

Хаталарым кисер , Раббым,

Ҡабул ит изгелегем,

Ғүмерем иманлы булһын-

Ошо минең теләгем,

Риза булсы,Раббым, тиеп

Тибә минең йөрәгем!

Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә