Стәрлетамаҡ ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Вячеслав Андреевҡа Өфө клиникаларының береһендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы менән килешеү буйынса бушлай медицина ярҙамы күрһәтелде. Операция алдынан пациент тикшереү үтте, табиптар уның бөтә һорауҙарына яуап бирҙе. Пластик операция уңышлы үтте. Бер нисә аҙна ул табиптар күҙәтеүендә буласаҡ. Ветеран һауыҡҡандан һуң ҡул ҡаушырып ултырырға уйламай, ул специальносы буйынса - инженер-энергетик. “Мин эшемде дауам итергә, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә теләйем. Табиптар һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ярҙамында миндә ышаныс тыуыуына мөмкинлек барлыҡҡа килде”, – ти Вячеслав Андреев. Яугир фронтта өлөшләтә мобилизацияға ярашлы хеҙмәт итә. Донецк йүнәлешендә артиллерист була. Мобилизациянан һуң бер йыл үткәс, контракт төҙөй, хәрби хеҙмәтте пехотала үтә. Былтыр май айында миномет һөжүме ваҡытында яралана. Өҫтәүенә эргәһендә дошман дроны эшкә тотона. Вячеслав, ауыртыныуын баҫып, ҡан ағыуын туҡтата. Аҙаҡ Ростовта, Мәскәү