Фатима Шәйхетдинова килене һәм ейәнсәре менән улының махсус хәрби операциянан ҡайтҡанын дүртенсе йыл көтөп йәшәй. Ышаныс һәм һөйөү әсәгә көс бирә, Ватан һаҡлауҙы профессияһына әүерелдергән Илнурҙың ҡарарын әсә күптән хуплап ҡаршы алған. Армия хеҙмәтенән һуң егет Росгвардия сафында хеҙмәт итергә ҡарар итә, тип яҙа “Светлый путь”гәзите. “Улым бәләкәйҙән миңә ярҙам итергә тырышты. Бер үҙем тәрбиәләп үҫтерҙем, – тип хәтерләй Фатима Мәрүәр ҡыҙы. –Төньяҡ Кавказ төбәгендә хеҙмәт командировкаһы барышында батырлыҡтар күрһәтә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, медиктарға инеү юлын тәьмин итә, үҙе яралана”. Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге отряды хәрби хеҙмәткәре, сержант республикала генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградланған тәүге ете кешенең береһе була. Әлеге ваҡытта Илнур милли гвардия ғәскәрҙәренең 29-сы махсус тәғәйенләнеш отряды составында махсус хәрби операция зонаһында бурыстарҙы үтәй. Контракт төҙөгәндә “Шах” позывнойын ала. Ғаилә бәйләнештәренең ныҡлығы, көслө рух,