“Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарына адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Бына күптән түгел Максим Кошкаровҡа следж-окккей уйнауға тәғәйенләнгән спорт экипировкаһы тапшырғандар. МХО ветераны – “Булат” командаһының ҡапҡасыһы. – Следж-хоккей МХО-нан яраланып ҡайтҡан яугирҙәргә реабилитация үтеүҙең бер йүнәлешенә әйләнде. Беҙҙең төп бурыс – уларға һаулыҡтарын нығытырға, тыныс тормошҡа ҡайтанан күнегергә ярҙам итеү. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды МХО ветерандарының һәр ҡайһыһының мөрәжәғәтен айырым ҡарай, был яугирҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уға тап килгән форманы һайлар өсөн кәрәк, – ти фондтың Башҡортостан бүлеге етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. – Ветерандарға, хоккей менән шөғөлләнә алыу өсөн, уңайлы булырға тейеш. Беҙҙең “Булат” командаһы ҡышҡы “Ватанды һаҡлаусылар кубогы”на әҙерләнә. Беҙ уларға ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер. Максим Кошкаров Өфө районында тыуып-үҫкән. Әрмелә Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән, спецназ булырға хыялланған. МХО