Һауа торошо боҙолоуы арҡаһында Өфө-Инйәр-Белорет, Өфө-Бөрө-Яңауыл, Бәләбәй-Ермолкин трассалары автобустар һәм йөк машиналары өсөн ябылды. Ә республиканың баш ҡалаһына ваҡытлыса йөк машиналарын индермәйҙәр. Өфөлә яҙҙың тәүге ун көнөндә үк ҡар айлыҡ нормаһын яуған.