Борай районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Өфө — Бөрө — Яңауыл юлында Тере Танып йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан. Уның оҙонлоғо 110 погон метрҙан ашыу тәшкил итә. Күпер төҙөүселәр биш терәк – ике яр һәм өс аралыҡ терәк ҡоролмаһын, аралыҡ төҙөлөшө балкаларын монтажлауҙы тамамлай һәм балкалар араһындағы ямалған урындарҙы арматуралау һәм бушлыҡтарҙы тултырыуға тотона. – Тере Танып йылғаһы аша күпер республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүселәр өсөн мөһим роль уйнай. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тиклем иң ҡыҫҡа юлды тәьмин итә. Ҡоролма авария хәлендә ине, шуға күрә 2025 йылда уны реконструкциялау башланды. Эштәр график буйынса бара, – тип һөйләне Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Реконструкция ваҡытында йөрөү ваҡытлыса ур