Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мароккоға барырға әҙерләнәбеҙ

Быйыл 17-18 июлдә Башҡортостандан Мароккоға күп тармаҡлы эшлекле сәфәр ойошторола. Республика экспорт үҙәге был сарала ҡатнашыу өсөн компанияларҙан заявкалар йыя башланы. Эшлекле сәфәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола, төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәре географияһын киңәйтеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Сарала ҡатнашыу өсөн фармацевтика, ветеринария, медицина, агросәнәғәт комплексы, металлургия, төҙөлөш материалдары етештереү, химия сәнәғәте, һанлы технологиялар, һыу әҙерләү, тоҙон айырып алыу системалары тармаҡтарында эшләүселәр саҡырыла. Республика экспорт үҙәге ҡатнашыусыларҙың ойоштороу өсөн киткән сығымдарын тулыһынса ҡаплаясаҡ. “Былтыр тик экспорт иҫәбенә Башҡортостан менән Марокко араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 20 процентҡа артты. Был йәһәттән төп өлөштө аҙыҡ-түлек тауарҙары, сеймал һәм химия сәнәғәте продукциялары биләй. Июлдә көтөлгән сәфәр был уң
Оглавление
    Мароккоға барырға әҙерләнәбеҙ
Мароккоға барырға әҙерләнәбеҙ

Мароккоға барырға әҙерләнәбеҙ

Компанияларҙан заявка йыйыла.

Быйыл 17-18 июлдә Башҡортостандан Мароккоға күп тармаҡлы эшлекле сәфәр ойошторола. Республика экспорт үҙәге был сарала ҡатнашыу өсөн компанияларҙан заявкалар йыя башланы.

Эшлекле сәфәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола, төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәре географияһын киңәйтеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Сарала ҡатнашыу өсөн фармацевтика, ветеринария, медицина, агросәнәғәт комплексы, металлургия, төҙөлөш материалдары етештереү, химия сәнәғәте, һанлы технологиялар, һыу әҙерләү, тоҙон айырып алыу системалары тармаҡтарында эшләүселәр саҡырыла. Республика экспорт үҙәге ҡатнашыусыларҙың ойоштороу өсөн киткән сығымдарын тулыһынса ҡаплаясаҡ.

“Былтыр тик экспорт иҫәбенә Башҡортостан менән Марокко араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 20 процентҡа артты. Был йәһәттән төп өлөштө аҙыҡ-түлек тауарҙары, сеймал һәм химия сәнәғәте продукциялары биләй. Июлдә көтөлгән сәфәр был уңыштарҙы нығытып ҡына ҡалмайынса, Африка континентында башҡорт продукциялары өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә асыр тигән ышаныстамын”, – ти республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Фото: gtrkrb.ru

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan