Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең (НОЦ) Юғары уҡыу йорттары араһындағы Студенттар кампусының Геном үҙәгендә сираттағы лекторий үтте, унда республика колледждарының һәм юғары уҡыу йорттарынан 200-гә яҡын студенты йыйылды. Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Айгөл Хәбибрахманова һәм Морат Хәсәнов «GigaChat: яһалма интеллект нигеҙҙәре һәм уны фәнни һәм мәғариф маҡсаттарында нисек файҙаланырға» темаһына сығыш яһаны. Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығына арналған сараларҙың маҡсаты – йәштәр һәм фәнни берләшмәләрҙең алдынғы вәкилдәре араһындағы араны ҡыҫҡартыу. Осрашыуҙар циклы дауам итә, уның төп бурысы – «Фән эргәлә» федераль программаһы сиктәрендә заман ҡаҙаныштары асыҡлығын тәьмин итеү. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән БР Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова мөрәжәғәт итте. Ул студенттарҙың һөнәри үҫеше өсөн ошондай форматтарҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осрашыуҙың төп өлөшө яһалма интеллект мөмки