Фәрит менән Йәмилә эштән ҡайтышлай, ғәҙәттәгесә, супермаркетҡа туҡтанылар. - Мин кәрәкменме? – тине ире. - Юҡ, үҙем генә. Күп әйбер алмайым, - тип Йәмилә ашығып магазинға юлланды. Шунда уҡ тупһала йомарланып ҡына ултырған, өҫтөн ҡар һырыған бесәй күҙенә салынды. Туҡтамайынса үтеп китә алманы. - Эээй... Нимә эшләп кенә ултыраһың? Өшөнөңмө? – тип өндәште. – Хәҙер мин һиңә берәй тәмлекәс алып сығырмын. Шул тиклем йәлләй ҡарауһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе, мөмкинлек булған һайын берәй ризыҡ алып ашатырға тырыша. “Их, ошоноң ише берәй йомшаҡ ҡына йән эйәһен булһа ла алырға ине ул...” – тип уйлап алды тағы. Исмаһам, өйҙәрендә әүрәү өсөн берәй тере зат булыр ине. Тик ире теше-тырнағы менән ҡаршы. Йәмиләнең үҙенән генә торһа, күптән балалар йортонан берәй сабый ҙа алыр ине. Юҡ шул... “Кеше балаһын көтмәйем. Әллә ниндәй ҡан булыр. Йә ауырыу, йә наркоман... Йүнле кеше балаһын ташламай”, - иренең ошо фекерен бер нисек тә үҙгәртә алмай ҡатын. Супермаркетта тиҙ-тиҙ генә йөрөп, икмәк, һөт, бер-ике төрлө еме