Байрамдан һуң тыуған яҡҡа ҡайтырға хәл ителгәс, юл ыңғайы бара торған машина белешә башланыҡ. Беҙҙең һорауға тиҙ үк бер егет яуап та бирҙе. Күп кеше алмай, ваҡытында сығасаҡ, хаҡы ғәҙәттәге таксиҙан күпкә осһоҙораҡ - бар яҡлап та күңелгә хуш килде тәҡдиме. Һәм оҙаҡламай әйткән минутында килеп туҡтаған өр-яңы сит ил автомобиленә ултырып оҙон юлға сыҡтыҡ. Йыйнаҡлығы, тәртип яратыуы өҫтөнә бик илгәҙәк тә булып сыҡты водителебеҙ. Йәш кенә, машина йөрөтөргә тәжрибәһе етерлекме, армияға барғанмы, тип уйлағайным тәүге минуттарҙа. Һөйләшеп бара торғас, уның контракт буйынса хәрби хеҙмәттә йөрөгәнемә ун йыл тигәнен ишетеп бер ғәжәпләнһәм, өс бала атаһы икәнлеген белеп, тағы бер хайран ҡалдым. "Әсәйемдең тыуған көнө, шуға ашығып ҡына юлға сыҡтым. Бер туғандар йыйылышып автомат кер йыуыу машинаһы алғайныҡ, шуны ла алып ҡайтып барам. Ә ҡатыным балалар менән өйҙә ҡалды, бәләкәсенә ни бары өс кенә ай, һыуыҡта ыҙалап йөрөмәһендәр тинем, үҙем дә оҙаҡ тора алмайым, иртәнән һуңға кире юлға сығам". Һүҙ а