Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы

Иглин районының ирекмәндәре 59-ы гуманитар йөктө алып барып тапшырҙы. – Был ҡатмарлы эшкә үҙенең аҡсаһын һалған, йыйған, һатып алған, төргән һәм координациялаған һәр кемгә рәхмәт. Егеттәргә гуманитар ярҙамды ике микроавтобуста, “КамАЗ”да “Газель”дә, тағылмалы “УАЗ”да алып барҙылар, – тине Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. Гуманитар ылауҙы алып барыусылар араһында “Иглинские вести” район гәзите хәбәрсеһе Ксения Аноцкая ла бар. Ул МХО-ға “Лебедь” позывнойлы яугирҙе – атаһын күрергә, шулай уҡ, Ксения әйтеүенсә, яҡташтарының нисек йәшәүен һәм һуғышҡанын үҙ күҙҙәре менән күрергә барған. Сәфәр йомғаҡтары буйынса Ксения “Иглинские вести” гәзитенең киләһе һанында баҫылып сығасаҡ мәҡәлә әҙерләй. Фото: Гүзәл Насированың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Оглавление
    Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы

Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы

Ксения әйтеүенсә, яҡташтарының нисек йәшәүен һәм һуғышҡанын үҙ күҙҙәре менән күрергә булған.

Иглин районының ирекмәндәре 59-ы гуманитар йөктө алып барып тапшырҙы.

– Был ҡатмарлы эшкә үҙенең аҡсаһын һалған, йыйған, һатып алған, төргән һәм координациялаған һәр кемгә рәхмәт. Егеттәргә гуманитар ярҙамды ике микроавтобуста, “КамАЗ”да “Газель”дә, тағылмалы “УАЗ”да алып барҙылар, – тине Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.

Гуманитар ылауҙы алып барыусылар араһында “Иглинские вести” район гәзите хәбәрсеһе Ксения Аноцкая ла бар. Ул МХО-ға “Лебедь” позывнойлы яугирҙе – атаһын күрергә, шулай уҡ, Ксения әйтеүенсә, яҡташтарының нисек йәшәүен һәм һуғышҡанын үҙ күҙҙәре менән күрергә барған. Сәфәр йомғаҡтары буйынса Ксения “Иглинские вести” гәзитенең киләһе һанында баҫылып сығасаҡ мәҡәлә әҙерләй.

Фото: Гүзәл Насированың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.