2025 йылда Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ өсөн төҙөлөш техникаһы һатып алыу 31 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итә «ТендерПро» электрон майҙансығы аналитиктары. Былтыр төҙөлөш өсөн машиналар һәм ҡорамалдарҙы ҡуртымға алыуға һорау 23 процентҡа кәмегән. Ихтыяж иң күп кәмегән техника – крандар (26,4 протцентҡа аҙайған) һәм автокрандар (25,2 процентҡа), экскаваторҙар (23,3 процентҡа) һәм бейеклектәге эштәр өсөн техника автовышкалар (21,6 процентҡа). Тракторҙар һәм үҙбушатҡыстар алыу ҙа тотороҡло түбәнәйеүҙе күрһәтә. «ТендерПро» йәмғиәтенең коммерция директоры Елена Астафьева һүҙҙәренсә, былтыр йыл аҙағында Рәсәй төҙөлөш компанияларының заказдар портфеленең ҡырҡа кәмеүе теркәлгән, был төҙөлөш машиналарына һәм ҡорамалдарына ихтыяждың кәмеүенә сәбәпсе булған. "Һуңғы өс айҙа был сегментта әүҙемлек уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға кәмегән. Яҡын арала был тенденция һаҡланыр, ә төҙөүселәрҙең иғтибары проекттарҙың үҙҡиммәтен кәметеү өсөн уңайлыраҡ төҙөлөш материалдарын эҙләүгә й