Стәрлетамаҡ районының “Сельские нивы” гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләгән Алмагөл Сары – ғаиләһендә уңған ҡатын, бына тигән ике ҡыҙға шәп әсәй, эшендә тырыш хеҙмәткәр. Уның, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлап, журналист булып эшләүенә – 17 йыл. Ул ғаилә, эш мәшәҡәттәре менән бер рәттән, әүҙем тормош алып бара. – Бала саҡтан йүгерергә яратам. Физкультура уҡытыусым әйткәнсә, “дыхалка” шәп булғас, мәктәптә уҡығанда уҡ был спорт төрө буйынса оҙон арауыҡҡа ярыштарҙа үҙемде һынай инем, студент йылдарында ла ошо шөғөлөмдө ташламаным. 2023 йылдан спорт менән, анығыраҡ әйткәндә, еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнәм, – тип һөйләне Алмагөл. – Артабан “өлкән” тормош башланды: эш, ғаилә, балалар һәм көндәлек мәшәҡәттәр... Спорт бер аҙға онотолдо. Биш йыл элек паркта тағы йүгерә башланым, әммә, һаулығыма бәйле проблемалар килеп сығыу сәбәпле, яратҡан шөғөлдө тағы ситкә ҡуйып торорға тура килде. 2023 йылдың яҙында бер-бер артлы әмәлиәтт