Илүзә Йәнтүрина Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылындағы Аралбаевтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән тырыш ҡыҙ урындағы мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлай һәм “Йылайыр” совхоз-техникумында бухгалтер һөнәренә уҡый, артабан Сибай институтының иҡтисад факультетында ситтән тороп белем ала. 2002 йыл Илүзә Шәрифйән ҡыҙының күңелендә матур ваҡиға булып хәтерҙә ҡалған: Баймаҡ районының Кәрешкә ауылы егете Илфат Йәнтүрин менән ғаилә ҡоралар. Ошо уҡ йылда ҡатын һайлаған һөнәре буйынса район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә эшкә урынлаша. Бер йылдан һуң йәш ғаиләгә йәм өҫтәп ҡыҙҙары Илсиә тыуа. Ул – хәҙер район балалар йортонда фельдшер-акушер, ситтән тороп Сибай институтының биология факультетында белем ала. – 2017 йылда күңел ҡушыуы буйынса Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә килдем һәм ике йылдан, аяуһыҙ ковид ваҡытында, “ҡыҙыл зона”ла эшләнем, – тип һөйләне Илүзә Йәнтүрина. Геройымдың был йылдарҙағы хеҙмәте Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы менән баһаланған. Бөгө