Баймаҡ районы Буранбай ауылынан сыҡҡан талантлы егеттәр - бер туған йырсы Ҡотоевтарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Була бит шундай талантлы ғаиләләр. Бер ғаиләнән дүрт егеттең барыһы ла йырлаһын әле, улай ғына түгел дүртеһе лә профессиональ йырсылар. Марсель, Нух, Фәрүәз, Вилдан Ҡотоевтар! Дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнгән был ғаиләлә барыһы ла талантлы. Был талант уларға ата-әсәһенән бирелгәндер. Әсәләре Гөлсирә Дидар ҡыҙы гармунда уйнарға, йырларға яратһа, аталары Мазһар Мәһәҙей улы башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итте.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев бәләкәйҙән үк йырларға ярата. 8 йәшлек сағында "Сулпылар" телевизион конкурсында ҡатнашып, 1 урын ала. Тыуған ауылында 9 класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инә, аҙаҡтан вокал бүлегенә күсә. 2005 йылда уҡыуын тамамлай.
14 йәштә үк Марсель “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” тип аталған республика конкурсында (2000) Гран-при яулай. Училище студенты булған саҡта төбәк-ара профессионалдар араһындағы “Ирәндек моңдары