Өфө дәүләт нефть техник университеты тарафынан булдырылған яңы уҡытыу-ғилми үҙәге материалдарҙы өйрәнеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең тулы база циклын үткәрергә мөмкинлек бирә. Был уникаль лабораторияла заманса ҡорамалдарҙың тотош комплексы тупланған. Бында, материалдарҙы өйрәнеү ғилеме өлкәһендә өҫтәмә квалификация алып, Өфө дәүләт нефть техник университетының төрлө факультеттарында уҡыған студенттар шөғөлләнәсәк. – Университетта бындай киңлектең барлыҡҡа килеүе белем биреүҙең теория булыуҙан туҡтауын күрһәтә. Бында студент металл үҙенсәлектәре тураһында ишетеп кенә ҡалмай, ә уның структураһын үҙ күҙҙәре менән күрә, уның характерын аңлай ала. Тап ошонда, ошо ҡорамалдар һәм микроскоптар араһында, бөгөнгө студенттарҙың кемеһелер үҙенең булмышын табып, ҙур асыштарға тәүге аҙымын яһар тип ышанғы килә, – тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Яңы лаборатория – Өфө дәүләт нефть техник университеты консорциумының, Рәсәй Фәндәр акад