«Тарпан»дарҙың сығышы үҙе бер байрам ине! Шундай ҡеүәтле, илһамландырғыс кисә өсөн оло рәхмәтлебеҙ! 3 март Сибай концерт-театр берекмәһенең билдәле «Тарпан» этно-фолк төркөмө Хәйбулла районы Өфө ауылы мәҙәниәт йортонда юғары кимәлдә ҙур концерт программаһын күрһәтте.
Тамашасылар халыҡ көйҙәренең заманса яңғырашына, милли инструменттарҙың сыңына һәм артистарҙың сағыу оҫталығына төрөндө. Концерт залы халыҡтың алҡыштарынан гөрләп торҙо, һәр сығыш тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
"Телем, Илем,Моңом, Халҡым!» — тип йәшәгән рухлы йәштәребеҙҙе күреп, тамашасы һөйөнөп кенә түгел, ә ҙур ғорурлыҡ кисерҙе. Артистарҙың һәр сығышында туған телгә мәхәббәт, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ хазинаһына хөрмәт сағылды.
Был кисә — рухыбыҙҙы байытыусы, милли сәнғәтебеҙҙе ололаусы ысын байрам булды!
Төркөмдөң етәксеһе Йәғәфәр Нәҙершинға һәм бөтә ижади коллективҡа ошондай ҡеүәтле, илһамландырғыс кисә бүләк иткәндәре өсөн тамашасылар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ижади үрҙәрегеҙ бейек, юлдарығыҙ һәр в