БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы (артабан – Росмолодежь) быйылғы беренсе грант конкурсын иғлан итә. Ул “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодёжь и дети”) ярашлы үткәрелә. Проекттар мәҙәниәт, спорт, илһөйәрлек, мәғариф, медиа һәм башҡа өлкәләргә арналырға мөмкин, конкурста бөтәһе 18 номинация бар. Ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Уҙған йылда хатта рекорд ҡуйылған – 30 мең ғариза килгән, был 2024 йылға ҡарағанда алты мең социаль проектҡа күберәк, тигән һүҙ. Алдағы йылдар конкурстарында еңеүселәренә лә гранттар конкурсында ҡатнашыуға сикләү юҡ. Иң мөһиме - үҙ хыялыңды тормошҡа ашырыуға бер миллион һумға тиклем аҡса алырға була. - Башҡортостан еңеүселәр һаны һәм алынған грант суммаһы буйынса илдә йыл да алдынғылар рәтендә бара, был күрһәткестәр буйынса 5-се урында торабыҙ. Үткән йылда 119 проектҡа 85 миллион һумға яҡын ярҙам аҡсаһы бирелде, – ти республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито С